40 Унда барып еткәс, Ғайса уларға: – Ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ, – тигән.
40 Унда барып еткәс, Ғайса: – Һынауға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ, – тине.
Беҙҙе һынауға дусар итмә, ә Иблистән һаҡла.
Гонаһтарыбыҙҙы кисер, сөнки беҙ ҙә үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылған һәр кемде кисерәбеҙ. Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тигән.
– Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тигән уларға Ғайса.
Донъяның ахыры яҡын. Шуға күрә доға ҡыла алыу өсөн тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.
Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтөн Йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.