Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 21:34 - Инжил

34-35 Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34-35 Һаҡ булығыҙ! Самаһыҙ ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 21:34
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу уны баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй.


Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар.


кешеләр һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һәм бүтән теләктәр кешеләрҙең күңелен биләп, һүҙҙе баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй.


– Эй Марфа, Марфа! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тигән уға Раббы, –


Һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.


Нимә ҡылыуығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Яҡының һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит.


Ғайса былай тигән: – Һаҡ булығыҙ, һеҙҙе алдап ҡуймаһындар! Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Ул», «Ул ваҡыт яҡын инде», – тип әйтер. Ундайҙарға эйәрмәгеҙ.


Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй.


Үҙҙәрен имандаштарығыҙ тип атаған көйө фәхешлек, ҡомһоҙлоҡ ҡылған, ялған илаһтарға табынған, яла яҡҡан, эскесе, алдаҡсы кешеләр менән аралашмауығыҙҙы күҙ уңында тоттом, хатта ундайҙар менән бергә ултырып ашамағыҙ ҙа.


ҡараҡтар, ҡомһоҙҙар, эскеселәр, яла яғыусылар, алдаҡсылар ҙа – береһе лә Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ.


ялған илаһтарға табыныу, сихырсылыҡ, дошманлашыу, ыҙғыш, көнсөллөк, ярһыу, мин-минлек, талаш, ялған тәғлимәттәр таратыу,


Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.


Бер кем дә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Әммә Раббы көнө, ҡараҡ һымаҡ, көтмәгәндә килеп етер. Ул көндә күк көслө дөһөрләгән тауыш аҫтында юҡҡа сығасаҡ; күк есемдәре утта иреп тарҡаласаҡ; ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителәсәк.


Шуға күрә, ҡәҙерлеләрем, бының һәммәһен дә көтөп, Алла ҡаршыһында именлектә, бер ниндәй тапһыҙ, кәмселекһеҙ йәшәй алыу өсөн, хәлегеҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ.


Нимә ҡабул иткәнеңде һәм нимә ишеткәнеңде иҫеңә төшөр, уларҙы үтә һәм тәүбә ит. Әгәр уяу булмаһаң, Мин һине ҡараҡ кеүек көтмәгәндә килеп табырмын, ә һин ҡайһы сәғәттә килеремде белмәҫһең.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ