13 Был һеҙгә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырға мөмкинлек бирер.
Ошо ваҡыттан алып ул Ғайсаны руханиҙар ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләне.
Имандаштар, минең менән булған хәлдәрҙең дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа файҙа килтергәнен белеүегеҙҙе теләйем.
Бер ниндәй осраҡта ла үҙегеҙгә ҡаршы булған кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ: был – уларға һәләкәт, ә һеҙҙең өсөн ҡотолоу билдәһе. Был – Алла эше,
Быларҙың барыһы ла Алла хөкөмөнөң ғәҙел икәнлеген күрһәтә, һөҙөмтәлә һеҙ Алла батшалығына инергә лайыҡлы тип һаналырһығыҙ, шуның өсөн ғазаптар кисерәһегеҙ ҙә инде.