44 Дауыт Мәсихте Хужам тип исемләй. Шулай булғас, Мәсих нисек итеп Дауыт Тоҡомо була ала?
44 Әгәр Дауыт Уны Хакимым тип атай икән, нисек инде Мәсих Дауыттың Улы була ала?
«Бына ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалыр һәм ир бала табыр. Уға Еммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Еммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.
Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Раббы.
Бөтә халыҡ тыңлап торған саҡта Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тигән:
Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.
Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул иһә ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған.
Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.
Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».