Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 2:10 - Инжил

10 – Ҡурҡмағыҙ! – тигән уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 – Ҡурҡмағыҙ! – тине уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 2:10
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине шунда уҡ уларға Ғайса.


Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.


Фәрештә иһә ҡатындарға: – Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм.


– Ваҡыт етте, Алла Батшалығы яҡынлашты! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ! – тине Ул.


Ғайса уларға: – Барығыҙ, донъяның һәр тарафына юлланығыҙ, бөтә йән эйәләренә лә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгеҙ.


Фәрештә уға былай тигән: – Ҡурҡма, Зәкәриә! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Елизавета һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш.


Фәрештә уға: – Мин – Алла тәхете алдында тороусы Ябраил. Һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе белдереү өсөн ебәрелдем.


Фәрештә һүҙен дауам иткән: – Ҡурҡма, Мәрйәм! Алла һиңә мәрхәмәт күрһәтте.


Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Раббы.


һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш.


Шунан һуң Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән. Ун ике шәкерте Уның менән булған.


Беҙ һеҙгә Һөйөнөслө Хәбәр алып килдек: Алла Ғайсаны терелтеп торғоҙоуы менән, аталарыбыҙға биргән вәғәҙәне беҙҙең өсөн, йәғни уларҙың балалары өсөн, ғәмәлгә ашырҙы. Был Зәбур китабының икенсе мәҙхиәһендә яҙылғанса булды: «Һин – Минең Улым, бөгөн Мин Һине тыуҙырҙым».


Ебәрелмәгән булһа, нисек итеп берәйһе иғлан итә алыр? Изге Яҙмала: «Һөйөнөслө хәбәр килтереүселәрҙең килеүе ҡайһылай күңелле!» – тип әйтелә.


Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Павел, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ