38 Шунда ул: – Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырып ебәргән.
38 Шунда ул: – Дауыт Улы Ғайса, мине йәллә инде! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Бөтөнөһө шаҡ ҡатып, бер-береһенән: – Дауыт Улы түгелме Ул? – тип һораштылар.
Шул төбәктә йәшәгән Ханаан ҡатыны Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләште, ул ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.
Ләкин Ул ҡылған ғәжәйеп эштәрҙе күреүҙән һәм балаларҙың Алла Йортонда: «Дауыт Улына осанна!» – тип ҡысҡырыуынан баш руханиҙарҙың һәм ҡанун белгестәренең асыуы ҡабарҙы.
Ғайсаның алдынан барыусылар ҙа, артынан килеүсе төркөмдәр ҙә: – Дауыт Улына осанна! Раббы исеме менән Килеүсе мөбәрәк булһын! Бейек күктәрҙә осанна! – тип ҡысҡырҙылар.
Ғайса унан киткәндә, артынан ике һуҡыр эйәрҙе. Улар: – Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.
– Назаралы Ғайса үтеп бара, – тигәндәр уға.
Алдан барыусылар уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушҡан, әммә ул тағы ла көслөрәк итеп: – Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырған.
Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән.
Мин, Ғайса, былар хаҡында Алла берҙәмлектәренә шаһитлыҡ итер өсөн һеҙгә Үҙемдең фәрештәмде ебәрҙем. Мин – Дауыт тамырынан һәм нәҫеленән үҫеп сыҡҡан Һабаҡ, яҡты таң йондоҙомон».