28 Петр иһә Ғайсаға: – Бына беҙ, бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тип әйткән.
28 Петрус иһә: – Бына, бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, беҙ Һиңә эйәрҙек, – тине.
Шунда Петр Ғайсаға мөрәжәғәт итте: – Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек. Бының өсөн беҙгә ни булыр?
Унан китеп барғанда Ғайса һалым йыйыу урынында ултырған Матфей исемле кешене күрҙе. – Миңә эйәр, – тине Ул. Матфей, тороп, Уның артынан китте.
Петр һүҙ башланы: – Бына беҙ, бөтөн нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек.
Балыҡсылар, кәмәләрен ярға сығарғас, бөтә нәмәләрен шунда ҡалдырып, Ғайсаға эйәреп киткән.
Унан шәкерткә: – Бына был – һинең әсәйең, – тине. Шул ваҡыттан шәкерт Мәрйәмде үҙ өйөнә алды.
Элек үҙем өсөн табыш тип һанаған нәмәләрҙең, Мәсих аша, юғалтыу икәнлеген аңланым хәҙер.