Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 18:23 - Инжил

23 Башлыҡ иһә, быны ишеткәс, ҡайғыға төшкән: бик бай булған ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Башлыҡ иһә, быны ишеткәс, ҡайғыға төштө: ул бик бай ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 18:23
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Егет иһә, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡайғыға төшөп китеп барҙы: бик бай ине ул.


Теге кеше иһә, был һүҙҙәрҙән ҡайғыға төшөп, китеп барҙы: бик бай ине ул.


барыһына ла былай тип мөрәжәғәт иткән: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.


Быны ишеткәс, Ғайса былай тигән: – Һиңә бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр.


Ғайса уның ҡайғырыуын күреп, былай тигән: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын!


Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.


Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Сәнскәк араһына төшкән орлоҡтар шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетә, ләкин тормош мәшәҡәттәре, байлыҡ һәм ләззәт, ваҡыт үтеү менән, һүҙҙе баҫып ала. Ундай кешеләрҙең емештәре өлгөрмәй.


Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ (йәғни ялған илаһтарға табыныусылар) ҙа кеше Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай.


Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтөн нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне лә сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең хаҡлығым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманым, Алланан килгән хаҡлығыма нигеҙләнгән.


Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.


Донъяны һәм унда булған нәмәләрҙе яратмағыҙ. Донъяны яратҡан кешенең күңелендә Атаны яратыу юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ