34 Һеҙгә әйтәм: ул төндә бер түшәктә ятҡан ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.
Бына ошолар хаҡында Мин һеҙгә алдан әйттем.
Шуға күрә һаҡ булығыҙ – барыһын да Мин һеҙгә алдан әйттем.
– Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин ситләшмәм! – тине Петр.
– Бөтә көсөгөҙҙө һалып тар ишек аша инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ.
Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, бөтәгеҙ ҙә улар кеүек һәләк булырһығыҙ.
Һеҙгә әйтәм: юҡ! Әммә, тәүбәгә килмәһәгеҙ, барығыҙ ҙа улар кеүек һәләк булырһығыҙ.
Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша, ул уны юғалтыр; ә кем йәнен юғалта, уны һаҡлап алып ҡалыр.
Бергә ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.
Шулай итеп, Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә Үҙен тыңламағандарҙы, яза аҫтында тотоп, хөкөм көнөнәсә нисек һаҡларға икәнен белә.