26 Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән көндәрҙә лә шулай буласаҡ.
26 Нух заманында нисек булһа, Әҙәм Улы көндәрендә лә шулай буласаҡ.
Ғайса шәкерттәренә былай тигән: – Әҙәм Улы көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ.
Йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтырап киткән кеүек, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр.
Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән.
Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһынығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», – тип әйтер икән?
Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгәс, ерҙә иман табырмы икән?
Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.
Алла боронғо донъяны ла аямаған, бары тик һигеҙ кешене, шул иҫәптән тәҡүә тормошто вәғәзләгән Нухты иҫән ҡалдырып, аллаһыҙҙар өҫтөнә туфан ебәргән.
Элекке донъя һүҙ аша туфан һыуына батырылып һәләк ителгән.