Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 17:25 - Инжил

25 Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 17:25
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы.


– Ә һеҙ Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Был Раббы тарафынан эшләнде һәм беҙҙең өсөн ғәжәйеп хәл» – тигәнде бер ваҡытта ла уҡыманығыҙмы ни? – тине Ғайса. –


– Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итеп, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ.


Изге Яҙмала: «Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы булды.


Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә, ә өс көндән һуң терелеп торорға тейешлеге тураһында аңлата башланы.


сөнки Үҙенең шәкерттәрен мөһим нәмәләргә өйрәтә ине. – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.


Ғайса, ун ике шәкертен ситкә саҡырып, уларға: – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ.


Уны ҡамсылаясаҡтар һәм үлтерәсәктәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән.


Ул уларға былай тигән: – Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә үленән терелергә


– Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә тейеш, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән Ғайса.


Ул Үҙ халҡына килде, әммә Үҙенекеләр Уны ҡабул итмәне.


Сөнки Ишағыя пәйғәмбәрҙең: «Раббым! Беҙҙең хәбәргә кем ышанды? Раббының ҡөҙрәте кемгә асылды?» – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашырға тейеш ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ