15 Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та, кире ҡайтып, ҡысҡырып Алланы данлаған,
15 Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та кире килеп, ҡысҡырып Алланы данланы,
Быны күреп торған халыҡ ҡурҡыуға төштө һәм кешеләргә ошондай хакимлыҡ биргән Алланы данланы.
Теге шунда уҡ торҙо ла, түшәген алып, бөтөн кеше алдында сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап: – Беҙҙең бының кеүекте бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.
Аҙаҡ Ғайса уны Алла Йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.
– Әфәндем, мин ышанам! – Күҙҙәре асылған кеше ергә йығылды һәм тубыҡланып Уға баш эйҙе.