Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 16:22 - Инжил

22 Бер көн Лазарь үлгән һәм фәрештәләр уны Ибраһим янындағы түрҙәге урынға алып барған. Бай ҙа үлгән. Уны ла ерләгәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Бер көн Әлғазар үлгән, һәм фәрештәләр уны Ибраһим янындағы түрҙәге урынға алып барған. Бай ҙа үлгән. Уны ерләгәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 16:22
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һаҡ булығыҙ, был түбән заттарҙың береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт Күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен көслө борғо тауышы менән ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.


Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуб менән бергә мәжлес өҫтәле артында ултырыр.


Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа?


Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.


Ул байҙың табынынан төшкән һыныҡ-мыныҡтар менән туҡланыуҙан да ҡәнәғәт булыр ине, әммә эттәр уның янына килеп, һыҙлауыҡтарын ялаған.


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе.


Ғайсаның янында шәкерттәренең береһе, Уның яратҡан бер шәкерте ултыра ине.


Петр боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килеүен күрҙе. Был – киске аш табынында Ғайсаның эргәһендә ултырған һәм: «Хужам! Һиңә кем хыянат итәсәк?» – тип һораған шәкерт ине.


Фәрештәләрҙең бөтөнөһө лә ҡотолоуҙы мираҫ итеп аласаҡ заттарға хеҙмәт итеү өсөн ебәрелгән рухтар түгелме ни?


Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.


Ҡояш ҡалҡып, эҫеһе менән үҫемлекте киптерә, уның сәскәһе ҡойола һәм матурлығы юғала. Байҙар ҙа шулай эш ығы-зығыһында юҡҡа сығасаҡ.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ.


Мин күктән үҙемә өндәшкән тауыш ишеттем: – Яҙып ҡуй: «әлеге мәлдән башлап Раббыныҡы булып үлгәндәр бәхетле». Эйе, улар үҙҙәренең ауыр хеҙмәттәренән ял итһендәр, сөнки эштәре уларҙан ҡалмай арттарынан барасаҡ, ти Рух.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ