Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 15:28 - Инжил

28 Өлкән улдың быға асыуы килгән һәм өйгә инергә теләмәгән. Атаһы сығып саҡырғас,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Өлкән улдың быға асыуы килгән, хатта өйгә инергә теләмәгән. Атаһы сығып саҡырғас:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 15:28
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аҡсаларын алғас, хужаға зарлана башлағандар:


Бер көндө махау сирле кеше Ғайса янына килеп, Уның алдына тубыҡланды ла: – Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тип ялбарҙы.


Иерусалим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таштар менән бәреп һәләк итеүсе Иерусалим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!


Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранған.


«Һинең ҡустың ҡайтты, атайың уны һау-сәләмәт күреүенә ҡыуанып, һимертелгән быҙау салдырҙы», – тигән уға хеҙмәтсе.


уға ул былай тигән: «Бына мин һиңә нисә йылдар инде хеҙмәт итәм. Бойороғоңдо бер тапҡыр ҙа үтәмәй ҡалғаным юҡ. Шулай булһа ла, дуҫтарым менән күңел асырға бер тапҡыр кәзә бәрәсе лә бирмәнең.


һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш.


Фарисейҙар һәм улар араһындағы ҡанун белгестәре асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдергән: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?


Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр ул пәйғәмбәр булһа, үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ», – тип уйлаған.


Ә йәһүдтәр халыҡтың күплеген күреп көнләште һәм Павелдың һүҙҙәренә ҡаршы әсе телләште.


Әммә йәһүдтәр, мәшһүр ғаиләләрҙән булған диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың етәксе кешеләрен Павел менән Варнаваға ҡаршы ҡотортоп, уларҙы эҙәрлекләне, үҙ ерҙәренән ҡыуҙыртты.


Антиохиянан һәм Икониянан килгән ҡайһы бер йәһүдтәр, халыҡты илселәргә ҡаршы ҡотортоп, Павелға таш бәрә башланы һәм, үлде тип уйлап, уны ҡала ситенә сығарып ташланы.


Ә Уға инанмаған йәһүдтәр, йәһүд булмағандарҙы иман тотоусыларға ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата асыу һеңдерҙе.


Тағы ла, Израиль халҡы быны аңламанымы ни, тип һорайым. Быға Алла һүҙҙәре менән тәүге булып Муса яуап бирә: «Мин һеҙҙә халыҡ тип атап булмаған халыҡ аша көнсөллөк уятасаҡмын, Минең турала белмәгән халыҡ аша асыу тыуҙырасаҡмын».


Шулай итеп, беҙ – Мәсих илселәре, һәм Алла беҙҙең аша ялбарғандай, Мәсих исеменән үтенәбеҙ: Алла тәҡдим иткән татыулыҡты ҡабул итегеҙ.


Беҙ, ҡотола алһындар өсөн, мәжүсиҙәргә аңлатырға тырышабыҙ, ә йәһүдтәр беҙгә ҡамасаулай, шуның өсөн дә улар үҙ гонаһтарының үлсәмен һәр ваҡыт ишәйтә бара һәм Алла нәфрәте улар өҫтөндә ята.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ