27 Үҙенең арҡысағын күтәреп, артымдан эйәреп бармаған кеше шәкертем була алмай.
Үҙенең арҡысағын күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел.
әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.
Ғайса уға ҡарап алды. Был кеше Уның күңеленә хуш килде. – Һиңә бер генә нәмә етмәй. Бар, булған мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр, – тине Ул уға.
Улар баҫыуҙан ҡайтып килгән Киринея кешеһе Симонды – Искәндәр менән Руфтың атаһын – Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр итте.
Әйтәйек, арағыҙҙан берәйһе манара төҙөргә теләй ти. Ул иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисаплап, төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алыу-алмауын самаламаймы ни?
Ғайса, Үҙенең арҡысағын күтәреп, ҡаланың «Баш һөйәге урыны», йәғни йәһүдсә «Голгофа» тип аталған урынға килде.
Шәкерттәрҙең рухын күтәреп, иманда ныҡ торорға өндәнеләр. – Алла Батшалығына инеү күп михнәттәр аша буласаҡ, – тине улар.
Шул сәбәпле мин әле төрмәлә ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.
Әйткәндәй, Ғайса Мәсих менән берлектә булған тормош алып барырға, ысын иман менән йәшәргә теләгәндәрҙең бөтөнөһө лә эҙәрлекләнер.