Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 13:28 - Инжил

28 Һеҙ Ибраһимдың, Исхаҡтың, Яҡубтың һәм бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең Алла Батшалығында булыуын, ә үҙегеҙҙең унан ҡыуып сығарылыуығыҙҙы күреп, һыҡтарһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырлатырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Һеҙ Алла Батшалығында Ибраһимды, Исхаҡты, Яҡупты һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе күрерһегеҙ, ә үҙегеҙ унан ҡыуылып сығып, иларһығыҙ һәм тештәрегеҙҙе шығырҙатырһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 13:28
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

янып торған утлы мейескә ырғытыр. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.


утлы мейескә ташлар. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.


Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тигән.


уны ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.


Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тине.


Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ташланырһың!


Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Уның менән ултырғандарҙың береһе: – Алла Батшалығындағы табындан ашаясаҡ кеше бәхетле! – тигән.


Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараған һәм алыҫта Ибраһимды, ә уның эргәһендә Лазарҙы күргән.


Быларҙың барыһы ла Алла хөкөмөнөң ғәҙел икәнлеген күрһәтә, һөҙөмтәлә һеҙ Алла батшалығына инергә лайыҡлы тип һаналырһығыҙ, шуның өсөн ғазаптар кисерәһегеҙ ҙә инде.


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына ҙур теләк менән ҡабул ителерһегеҙ.


Әммә ҡурҡаҡтарҙың да, имандан баш тартҡандарҙың да, әшәкеләрҙең дә, кеше үлтереүселәрҙең дә, фәхешлек ҡылыусыларҙың да, сихырсыларҙың да, ялған илаһтарға табыныусыларҙың да, бөтөн ялғансыларҙың да өлөшө ут һәм көкөрт ялҡынланып торған күлдә булыр. Был – икенсе үлем.


Ә эттәр ҙә, сихырсылар ҙа, фәхешлек ҡылыусылар ҙа, кеше үлтереүселәр ҙә, ялған илаһтарға табыныусылар ҙа, барлыҡ ялғанлыҡ яратыусылар һәм уны ҡылыусылар ҙа тыш яҡта ҡаласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ