Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 13:24 - Инжил

24 – Бөтә көсөгөҙҙө һалып тар ишек аша инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 – Бөтә көсөгөҙҙө һалып, тар ишектән инергә тырышығыҙ, сөнки, һеҙгә әйтәм: күптәр тырышыр, тик үтә алмаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 13:24
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына көслөк менән ҡаршылыҡ күрһәтә һәм уны яуларға тырыша.


Кемдер Унан: – Әфәндем, аҙҙар ғына ҡотолоп ҡалырмы икән? – тип һораған. Ғайса иһә ундағы кешеләргә былай тип яуаплаған:


Шулай булғас, һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек һәм Әҙәм Улы ҡаршыһында торорлоҡ көсөгөҙ булһын өсөн, доға ҡылығыҙ.


Балаларым, Мин инде янығыҙҙа оҙаҡ булмам. Мине эҙләрһегеҙ, ләкин, йәһүдтәргә әйткән һүҙҙәремде хәҙер һеҙгә лә ҡабатлайым: «Мин китә торған урынға һеҙ бара алмаҫһығыҙ».


[Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.]


Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Үҙенең хуплаулы тамғаһын Уға һалды, – тине.


Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.


Ғайса уларға йәнә: – Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә ышанмау гонаһы менән үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.


Алланың кешеләрҙе нисек аҡлауын аңлап етмәйенсә, үҙҙәренең аҡланыу юлын урынлаштырырға ынтылып, улар Алланың аҡлау юлына буйһонманы.


Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө менән бергә көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.


Шуға ла Уның ял биреү урынына инеү өсөн бөтөн көсөбөҙҙө һалайыҡ. Теге тыңлауһыҙҙар өлгөһөнә эйәреп, береһе лә ситтә тороп ҡалмаһын.


Шуға күрә, имандаштар, Алла тарафынан саҡырылған һәм һайланған булыуығыҙҙы нығытырға тырышығыҙ. Шулай итһәгеҙ, бер ваҡытта ла абынмаҫһығыҙ,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ