50 Мин ғазап күленә сумдырылырға тейешмен. Был хәл булғанға тиклем нисек интегәм әле!
50 Мин ғазап күленә сумдырылырға тейешмен. Шул һынауҙарҙың үткәнен ни тиклем интегеп көтәм!
Килеүселәр үҙҙәренең гонаһтарын таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.
Мин ергә ут алып килдем һәм ул уттың тиҙерәк янып китеүен теләйем!
Ғайса Петрға: – Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй. Атам биргән кәсәнән эсмәҫ инемме ни? – тине.
Ғайса әсе шарапты аҙ ғына эскәс: – Тормошҡа ашты! – тине лә, башын эйеп йән бирҙе.
Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.
Әммә ҡустылары киткәс, Үҙенә иғтибар йәлеп итмәйенсә, йәшерен рәүештә Ғайса ла байрамға китте.
Ә хәҙер, Рух ихтыярына буйһоноп, Иерусалимға барам. Мине унда нимә көтә? Мин белмәйем.