49 Мин ергә ут алып килдем һәм ул уттың тиҙерәк янып китеүен теләйем!
Ә инде хужаһының ихтыярын белмәйенсә язаға тарттырыла торған эш эшләгән хеҙмәтсе аҙыраҡ туҡмалыр. Кемгә күп бирелә, унан күп талап ителер һәм кемгә күберәк ышанып тапшырыла, унан күберәк һоралыр.
Мин ғазап күленә сумдырылырға тейешмен. Был хәл булғанға тиклем нисек интегәм әле!
Көн үткәнсе Мин Үҙемде Ебәреүсенең эшен башҡарырға тейешмен. Төн етеп килә, ул саҡта һис кем бер нәмә лә эшләй алмаҫ.