Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 12:42 - Инжил

42 Раббы Ғайса иһә былай тигән: – Ә ышаныслы һәм аҡыллы идарасы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

42 Раббы Ғайса иһә былай тине: – Ә өйҙөң ышаныслы һәм аҡыллы идарасыһы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты ваҡытында өләшер өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 12:42
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Бына шуға күрә, – тине уларға Ғайса, – Күктәр Батшалығын өйрәнгән һәр ҡанун белгесе үҙ мөлкәтенең яңыһын да, иҫкеһен дә сығарып ташлаусы йорт хужаһына оҡшаш.


Кис еткәс, хужа идарасыһына: «Эшселәрҙе саҡырып, эш хаҡын түлә. Аҙаҡ ялланғандарынан башлап, беренселәре менән тамамла», – тигән.


Хужаһы ҡайтып, үҙе әйткәнсә эшләүен күрһә, шул хеҙмәтсе бәхетле.


Раббы Ғайса, ҡатынды күргәс, уны йәлләп: – Илама, – тигән.


уларҙы Раббыға ебәргән: – Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме? – тип һорарға ҡушҡан.


Шулай итеп, үҙегеҙ һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған Тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла Йортонда нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейешһең.


Яҡшы етәкселек итеүсе өлкәндәрҙең, бигерәк тә һүҙе менән дә, өйрәтеүҙәре менән дә ауыр эш башҡарыусыларҙың хеҙмәте икеләтә баһаланһын.


Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ла, уңайһыҙ ҙа ваҡытта эшләргә әҙер тор, гонаһтарҙы фаш ит, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.


Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барған кеше булһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да булмаҫҡа тейеш.


Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ һәм уларға буйһоноғоҙ – улар Алла алдында яуап тота торған кешеләр булғанлыҡтан, һеҙҙең йәндәрегеҙ тураһында арымай-талмай хәстәрлек күрә. Шулай булғас, был эште уларға ауырыҡһынып түгел, ә шатланып башҡарырға юл ҡуйығыҙ. Ауырыҡһынып башҡарған эштең һеҙҙең өсөн һис ниндәй файҙаһы булмаҫ.


Һеҙгә Алла һүҙен еткергән етәкселәрегеҙҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ һәм ғүмерҙәренең һөҙөмтәһен уйлап, имандарынан өлгө алып, уларға эйәрегеҙ.


Муса, Алла йортондағы бөтөн эштәрҙә хеҙмәтсе булып, тоғро ине, бының менән ул киләсәктә Алла тарафынан әйтеләсәк нәмәләргә шаһитлыҡ ҡылды.


Алланан ниндәй һәләт алған булһағыҙ, һәр ҡайһығыҙ шул һәләт менән бер-берегеҙгә хеҙмәт итегеҙ. Яҡшы идарасылар кеүек, Алла тарафынан бирелгән төрлө һәләттәрҙе ҡулланығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ