35 Яҡтыртҡыстарығыҙҙы һүндермәйенсә, эш итергә әҙер тороғоҙ.
35 Билдәрегеҙ быуылған, яҡтыртҡыстарығыҙ тоҡандырылған булһын.
Күктәр Батшалығы ул ваҡытта бына нимәгә оҡшаш булыр. Ун ҡыҙ, ҡулдарына яҡтыртҡыстар тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан.
Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.
Хужаһының никах туйынан ҡайтыуын көтөп, ул ҡайтып шаҡыу менән ишек асырға әҙер торған хеҙмәтселәй булығыҙ.
Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлектең тимер кейемен кейеп, сафҡа тороғоҙ.
Шул саҡта ғына аҙғын һәм боҙоҡ кешеләр араһында ғәйепһеҙ, Алланың саф һәм кәмселекһеҙ балалары булып, донъяла яҡтыртҡыс кеүек балҡырһығыҙ.
Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.