54 Улар Ғайсаға тоҙаҡ ҡороп, Уның һүҙҙәренән ғәйеп табырға тырышҡан.
54 Улар, Ғайсаға тоҙаҡ ҡороп, Уның һүҙҙәренән ғәйеп табырға тырышты.
Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә икән, тип кәңәш ҡорҙо.
Ғайса уларҙың мәкерле ниәтен аңлап: – Ниңә һеҙ Миңә ау ҡораһығыҙ, ике йөҙлөләр? – тине.
Улар араһындағы бер ҡанун белгесе Уны һынарға теләп:
Бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, бер нисә фарисейҙы һәм Ирод батша яҡлыларҙы Ғайса янына ебәрҙеләр.
Фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көнө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар.
Ғайса фарисейҙың өйөнән сыҡҡас, ҡанун белгестәре менән фарисейҙар Уны тәнҡитләп, күп һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итә башлаған.
Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙ кешеләрен ебәргән. Былары иһә, үҙҙәрен тәҡүә кеше итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, хөкөм итеү өсөн идарасы ҡулына тотоп бирергә ниәтләгәндәр.
Тегеләр, Ғайсаның халыҡ алдында һөйләгән һүҙҙәренә бәйләнерлек урын тапмайынса һәм, Уның яуабына хайран ҡалып, бер ни өндәшә алмаған.
Ләкин һин уларҙы тыңлама, сөнки Павелды үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә ант иткән ҡырҡтан ашыу кеше уны һағалап тора. Улар инде Павелды үлтерергә әҙер, һеҙҙең һүҙегеҙҙе генә көтәләр.