35 Шуға күрә һаҡ бул: эсеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡҡа әйләнмәһен.
35 Шуға күрә һаҡ бул: үҙеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡ булмаһын.
Тәндең яҡтыртҡысы – күҙ. Күҙҙәрең һау булһа, бөтөн тәнең нурлы булыр.
Тәндең яҡтыртҡысы – һинең күҙең. Күҙең һау булғанда бөтә тәнең нурлы була, ә инде күҙең насар булғанда тәнең дә ҡараңғы була.
Ә инде бөтә тәнең нурлы һәм унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, яҡтыртҡыс балҡыуы һине яҡтыртҡан кеүек, тәнең дә яҡты булыр.
Үҙҙәрен аҡыллы һанап, аҡылһыҙға әйләнделәр.
Ә инде кем уларға эйә түгел, шул алыҫтан насар күргән һуҡыр һәм үҙенең элекке гонаһтарынан таҙарыныуын онотҡан кеше.
Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.
Һин: „Мин – бай, күп байлыҡ тупланым, бер нәмәгә лә мохтажлығым юҡ“, – тиһең. Әммә үҙеңдең ни тиклем бәхетһеҙ, меҫкен, фәҡир, һуҡыр һәм яланғас булыуыңды аңламайһың.