Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 10:37 - Инжил

37 – Уға шәфҡәт күрһәткәне, – тип яуаплаған ҡанун белгесе. – Бар, һин дә шулай эшлә, – тигән уға Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

37 – Уға шәфҡәт күрһәткәне, – тип яуапланы ҡанун белгесе. – Бар, һин дә шулай эшлә, – тине уға Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 10:37
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.


Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – ситтә ҡалдыраһығыҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла онотмаҫҡа кәрәк ине.


Был өсәүҙең ҡайһыныһы юлбаҫарҙар ҡулына эләккән әҙәмдең яҡыны була тип уйлайһың? – тип һораған Ғайса.


Ғайса, юлын дауам итеп, шәкерттәре менән бер ауылға килгән. Уны унда Марфа исемле бер ҡатын үҙ өйөндә ҡабул иткән.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе.


Һеҙ бит шуға саҡырылдығыҙ. Мәсих тә, Үҙенең эҙенән барырға һеҙгә үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең өсөн ғазап сикте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ