Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 1:76 - Инжил

76 Ә һин, Сабый, Аллаһы Тәғәләнең пәйғәмбәре тип аталырһың, сөнки Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

76 Ә һин, сабый, Юғарыларҙан Юғарының пәйғәмбәре тип аталырһың, Раббыға юл әҙерләп, Уның алдынан барырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 1:76
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ирод Яхъяны үлтерер ине, әммә уны пәйғәмбәр тип иҫәпләгән халыҡтан ҡурҡты.


«Кешеләрҙән», – тиергә иһә халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр.


Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


Ишағыя пәйғәмбәр: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ“», – тип Яхъя тураһында әйткәйне.


«Кешеләрҙән», – тип әйтергәме әллә? – тиештеләр. Ләкин халыҡтан ҡурҡтылар, сөнки барыһы ла Яхъяны ысынлап та пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине.


Ул бик бөйөк булыр һәм Аллаһы Тәғәләнең Улы тип аталыр. Раббы Алла Уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер.


– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Аллаһы Тәғәлә һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап биргән уға фәрештә. –


Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы.


– Мин – Ишағыя пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя.


Минән һуң килгән Кеше – Ул, ә мин иһә Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен, – тип яуап бирҙе.


Һеҙ минең: «Мин Мәсих түгел, әммә мин Уның алдынан ебәрелдем», – тип әйткәнемде ишеткән шаһиттар.


Ҡыҙ Павел менән беҙҙең артыбыҙҙан: – Был кешеләр – Аллаһы Тәғәлә ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ