Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йәһүҙә 1:17 - Инжил

17 Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәре тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫкә алығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Ә һеҙ, һөйөклөләрем, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең илселәренең юрап әйткән һүҙҙәрен иҫкә алығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йәһүҙә 1:17
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Ғайсаның: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, тырышлыҡ һалып хәлһеҙҙәргә ярҙам итеү фарыз. Шулай эшләргә кәрәклекте мин һәр эштә күрһәттем, – тине Павел.


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған Йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң төп ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


Ул Үҙе ҡайһы берҙәрен – илселәр, икенселәрен – пәйғәмбәрҙәр, бәғзеләрен – Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүселәр, ҡайһыларын – башлыҡ һәм өйрәтеүсе итеп ҡуйҙы.


Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.


Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырылған әмерен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.


Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.


Ҡәҙерлеләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең дөйөм ҡотолоуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, бүтән нәмәләр тураһында үтенеп яҙыуҙы кәрәк таптым: Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ