Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йәһүҙә 1:16 - Инжил

16 Улар, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана. Нәфселәрен ҡайғыртып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Был әҙәмдәр, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана, аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йәһүҙә 1:16
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә: – Был Кеше гонаһлыларҙы ҡабул итә, хатта улар менән бер табындан ашай, – тип һуҡранған.


Быны күреп торған бөтәһе лә: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған.


Фарисейҙар һәм улар араһындағы ҡанун белгестәре асыуланып, Ғайсаның шәкерттәренә ризаһыҙлыҡ белдергән: – Ни өсөн һеҙ һалым йыйыусылар һәм башҡа гонаһлылар менән бергә ашап-эсеп ултыраһығыҙ?


Йәһүдтәр араһында Уның: «Мин – күктән килгән икмәк», – тигән һүҙҙәренә ҡарата ризаһыҙлыҡ ауаздары ишетелде. Улар үҙ-ара:


Ғайса, һүҙҙәренең шәкерттәр күңелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғанын белеп: – Былар һеҙҙе рәнйетәме?


Зарланмағыҙ, уларҙың бәғзеләре зарланып, Үлем фәрештәһе тарафынан ҡырылды.


Һеҙгә әйтәм: Рух буйынса йәшәһәгеҙ, гонаһлы тәбиғәт теләктәренә бирешмәҫһегеҙ.


Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.


Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ.


Алланы белмәгән мәжүсиҙәр кеүек аҙғын нәфсегә юл ҡуймағыҙ.


Аллаға табыныу табыш алыу өсөн тип уйлап хәҡиҡәттән ситләшкән, шул арҡала аҡылдарына зыян килгән кешеләр араһында буш бәхәстәр тыуа.


Шундай ваҡыт килер, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар;


Тыңлаусан балалар һымаҡ булығыҙ, Алланы белмәгән ваҡытығыҙҙағы элекке мин-минле теләктәрегеҙгә үҙегеҙ өҫтөнән хакимлыҡ итергә юл ҡуймағыҙ.


Ҡәҙерлеләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшеүсе гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам.


Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай.


Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килеүселәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.


Иң тәүҙә шуны белегеҙ: аҙаҡҡы көндәрҙә үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы, мыҫҡыллаусы оятһыҙ кешеләр килеп сығасаҡ.


Ул бөтөнөһөн хөкөм итер, үҙҙәренең ҡылған динһеҙ эштәре менән Уға ҡаршы торған бөтә динһеҙҙәрҙе һәм динһеҙ гонаһлыларҙы Уға ҡаршы әйткән әҙәпһеҙ һүҙҙәрендә фашлар».


Улар һеҙгә: «Ваҡыт аҙағында үҙҙәренең аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылыусы мыҫҡыллаусылар барлыҡҡа киләсәк», – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ