Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Йәһүҙә 1:12 - Инжил

12 Был кешеләр һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып табын ҡороп ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғыр килтермәҫ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған ағастар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Был кешеләр – һеҙҙең мөхәббәтле табындарығыҙҙа уңайһыҙланыу белмәй, үҙҙәрен генә ҡайғыртып ултырыусылар. Улар – ел ҡыуып йөрөткән ямғырһыҙ болоттар. Улар – уңыш йыйыр мәлдә емеш бирмәй торған, ике тапҡыр үлгән, тамыры менән ҡуптарылған көҙгө ағастар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Йәһүҙә 1:12
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамырҙары булмағанлыҡтан, үҫентеләр ҡороған.


– Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул.


Ә инде ҡояш сығып ҡыҙҙыра башлағас, тамырҙары булмағанлыҡтан, үҫентеләр ҡороған.


Ләкин ул хеҙмәтсе: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, башҡа хеҙмәтселәрҙе – ирҙәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла туҡмарға тотонһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә,


Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул ҡиммәтле кейемдәрҙә йөрөп, һәр көнө зиннәттә үткән.


Һаҡ булығыҙ! Саманан тыш ашамағыҙ, эсеп иҫермәгеҙ һәм көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ. Юғиһә, башығыҙ томаланыр һәм ул көн һеҙгә аңғармаҫтан килер, үҙегеҙҙе тоҙаҡҡа аулаған кеүек эләктерер. Ул көн ер йөҙөндә йәшәгән кешеләрҙең бөтәһенә лә килер.


Башҡа бер өлөшө ташлы урынға төшкән һәм, шытып сыҡһалар ҙа, дым булмағанлыҡтан, ҡороған.


Мәкерле кешеләрҙең хәйләләренә, тәғлимәттәренә ышанып, төрлө яҡҡа борғолаған елдәр һәм тулҡындар ыңғайына һуғылып, алданып йөрөүсе сабый булыуҙан туҡтайыҡ.


Уларҙың аҙағы – һәләкәт, уларҙың аллаһы – тамаҡ, улар ояла торған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.


Ә кәйеф-сафа менән генә көн иткәне йәшәһә лә, улар тереләй үле инде.


Төрлө ят тәғлимәттәргә үҙегеҙҙе ситкә тайпылдырырға юл ҡуймағыҙ. Йөрәгегеҙҙе ризыҡ ашау тураһындағы ҡағиҙәләр менән түгел, ә Алланың мәрхәмәте менән нығытыу яҡшы. Был ҡағиҙәләр уларҙы үтәүселәргә файҙа килтермәгән бит.


Ерҙә саҡта һеҙ ләззәт кисереп, кәйеф-сафа ҡороп йәшәнегеҙ, ә һуйылыу көнөгөҙ килеүгә үҙегеҙҙе һимерттегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ