Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Ғәмәлдәр 2:3 - Инжил

3 Иман тотоусылар араһында ялҡын телдәре һымаҡ телдәр күренде, ул телдәр айырылып, уларҙың һәр ҡайһыһына берәмләп ҡунды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Иманлылар ялҡын телдәренә оҡшаш нәмәләр күрҙе, һәм ул телдәр һәр береһенең өҫтөнә төштө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Ғәмәлдәр 2:3
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.


– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алла хаҡлығының бөтә талаптарын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды.


Шәкерттәр бер-береһенә: – Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ ялҡынланманымы ни? – тигәндәр.


Шулай бер көн, иман тотоусылар йыйылғас, Петр улар алдына тороп баҫты.


крит һәм ғәрәбстандар, йәһүдтәр, йәһүд диненә күскәндәр ҙә бар. Беҙ барыбыҙ ҙа Алланың бөйөк эштәре тураһында үҙебеҙҙең телдә һөйләгәндәрен ишетәбеҙ!


Күктән ҡапыл көслө ел иҫкәндәге кеүек тауыш ишетелде һәм улар булған йорт шул тауыш менән тулды.


Бөтәһе лә Изге Рух менән һуғарылып, башҡа телдәрҙә һөйләшә башланы: был һәләтте уларға Алла Рухы бирҙе.


Берәүгә мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, кемеһенәлер иһә был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә.


Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Ул бөтөн тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай, уның үҙен иһә йәһәннәм уты ҡабыҙып ебәрә.


Мин Үҙемдең ике шаһитыма шундай вәкәләт бирермен: улар, матәм кейемдәре кейеп, бер мең ике йөҙ алтмыш көн буйы пәйғәмбәрлек итерҙәр.


Унан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған тағы бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ