Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 6:3 - Инжил

3 Әгәр ҙә кемдер үҙе тураһында ысынына ҡарағанда һәйбәтерәк фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Әгәр ҙә кемдер, үҙе тураһында ысынына ҡарағанда юғарыраҡ фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 6:3
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм.


Бынан элегерәк үҙен бик бөйөк итеп күрһәтергә тырышҡан Февда тигән берәү пәйҙә булғайны, уға дүрт йөҙгә яҡын кеше эйәрҙе. Әммә, ул үлтерелеү менән, уға эйәреүселәр төркөмө тарҡалып юҡҡа сыҡты.


Бер-берегеҙ менән килешеп йәшәгеҙ, тәкәббер булмағыҙ, шулай уҡ ябай кешеләр менән аралашығыҙ, үҙегеҙҙе булғанынан аҡыллыраҡ һанамағыҙ.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.


Үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ. Берәйегеҙ был донъя күҙаллауы буйынса үҙен аҡыл эйәһе тип һанаһа, ысынлап та аҡыллы булыр өсөн «аҡылһыҙ» булһын.


Берәйһе нимәнелер беләм тип уйлай икән, ул тейешле кимәлдә бер ни ҙә белмәй әле.


Мин иҫәр кеүек ҡыландым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел.


Был үҙебеҙҙән үҙебеҙ шулай һәләтле булғанға һәм нимәнелер үҙ иҫәбебеҙгә индергәндән түгел. Һәләтебеҙ Алланан килә.


Абруйлы кешеләр ҙә бәйән иткәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне. Ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел ине: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге булған Яҡуб, Кифа һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Варнава менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – мәжүсиҙәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


Һүҙҙе тыңлап ҡына үҙ-үҙегеҙҙе алдамағыҙ, уны үтәгеҙ ҙә.


Кемдер үҙен иманлы тип һанай, ләкин телен тыймай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның Аллаға табыныуы файҙаһыҙ.


Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», – тибеҙ икән, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ