2 Бер-берегеҙгә тормоштоң ауыр йөгөн күтәрешегеҙ – шулай итеп Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.
Был – Ишағыя пәйғәмбәр аша: «Ул беҙҙең ауырыуҙарыбыҙҙы һәм сирҙәребеҙҙе Үҙенә алды», – тип әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.
Ғайса былай тигән: – Һеҙгә лә, ҡанун белгестәре, ҡайғы! Һеҙ кеше елкәһенә күтәргеһеҙ ауыр йөктәр һалаһығыҙ, ә үҙегеҙ ул йөктәргә бармаҡ менән дә ҡағылмайһығыҙ.
Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе нисек яратһам, һеҙ ҙә шулай бер-берегеҙҙе яратығыҙ.
Минең әмерем шул: Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе яратығыҙ.
Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәреп йөрөргә тейешбеҙ.
Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.
ҡанунға ят булғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында ҡанунды белмәүсе кеүек булдым. Әлбиттә, был Алла алдында ҡанунһыҙ йәшәйем тигәнде аңлатмай, киреһенсә, мин Мәсих ҡанунына буйһонам.
Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит.
Имандаштар, һеҙҙән һорайбыҙ, эшләмәй ултырғандарға аҡыл өйрәтегеҙ, ҡыйыуһыҙҙарҙы рухландырығыҙ, хәлһеҙҙәргә таяныс булығыҙ, бөтөнөһөнә ҡарата ла сабырлыҡ һаҡлағыҙ.
Ә кем азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунды иғтибар менән тикшереп уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ.
Иреклек ҡануны буйынса хөкөм ителәһе кеше булараҡ һөйләгеҙ һәм ғәмәл ҡылығыҙ.
Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тигән Батшалыҡ ҡанунын үтәйһегеҙ икән, дөрөҫ эшләйһегеҙ.
Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ.
Сөнки, хаҡлыҡ юлын танып белгәндән һуң, үҙҙәренә тапшырылған тормош менән йәшәү тигән изге әмерҙән кире ҡайтыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булған булыр ине.
Элекке ваҡыттарҙа изге пәйғәмбәрҙәр тарафынан алдан әйтелгән һүҙҙәрҙе, Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙҙың илселәрегеҙ аша тапшырылған әмерен иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
Алла беҙгә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», – тип әмер бирҙе.