7 Иманда саҡта эшегеҙ яҡшы бара ине. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы?
7 Иман юлында һеҙ алға киткәйнегеҙ. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы һуң?
әммә, үҙендә тамыры булмағанлыҡтан, ваҡытлыса ғына тота. Һүҙ арҡаһында ҡайғыға ҡалһа йәки эҙәрләүгә юлыҡһа, ул тиҙ үк сигенә.
Шулай итеп, Алла һүҙе киң таралды, Иерусалимда шәкерттәр һаны байтаҡҡа артты, руханиҙарҙың да бик күптәре Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итте.
Әммә Һөйөнөслө Хәбәрҙе бөтөнөһө лә ҡабул итмәне, Ишағыя былай ти бит: «Раббым! Беҙ һөйләгән хәбәргә кем ышанды?»
Йәһүд булмағандарҙы Аллаға буйһондорорға теләп, Мәсихтең минең аша ҡылған ғәмәлдәренән башҡа нәмә тураһында һөйләргә батырсылыҡ итмәйем. Ул быларҙы минең һүҙем һәм эшем менән,
үҙен генә хәстәрләп, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға иһә Алла Үҙ ярһыуын һәм асыуын төшөрәсәк.
Аллаға шөкөр, гонаһ ҡолдары булған мәлдәр артта ҡалды, хәҙер һеҙ үҙегеҙгә бирелгән тәғлимәтте ихлас тотаһығыҙ.
Ярыш майҙанында бөтөнөһө йүгерһә лә, берәүҙең генә бүләк алғанын белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, бүләк алыу өсөн йүгерегеҙ.
Алланы танып белеүгә ҡаршы тәкәббер рәүештә ҡалҡҡан һәр төрлө ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ һәм һәр төрлө уй-ниәтте эләктереп алып, Мәсихкә буйһондорабыҙ.
Унда мин Алла ҡушыуы буйынса барҙым. Һәм әлеге тырышлыҡтарым юҡҡа түгелме, элеккеләре лә бушҡа булманымы, тип борсолоп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында үҙем таратҡан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ундағы абруйлы кешеләргә айырым әйтеп бирҙем.
Эй Галатияның аҡылһыҙ кешеләре! Һеҙҙең аңығыҙҙы кем сихырланы? Ғайса Мәсих күҙ алдығыҙҙа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған һымаҡ асыҡ баҫтырылғайны бит!
Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, хөкөмгә дусар ителер.
Ибраһим да иман аша Алла тарафынан саҡырылыуға буйһоноп, ҡайҙа барғанлығын белмәһә лә, киләсәктә мираҫ итеп алырға тейеш булған ергә бара.
Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә киләсәктә юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы, беҙгә сырмалып алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.
һәм, камиллыҡҡа өлгәшкәндән һуң, Үҙенә тыңлаусан булған бөтөнөһө өсөн дә мәңгелек ҡотолоу сығанағына әйләнде.
Хәҡиҡәткә итәғәт итеп, һеҙ, имандаштарығыҙҙы туғандарса эскерһеҙ яратыр өсөн, йәндәрегеҙҙе пакланығыҙ, шулай булғас, бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ!