Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 5:3 - Инжил

3 Ә сөннәтләнеүсе һәр кешенең Муса ҡанунының бөтөн талаптарын да үтәргә тейешлеген тағы бер тапҡыр раҫлайым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Ә сөннәтләнеүсе һәр кешенең Муса ҡанунының бөтөн талаптарын да үтәргә тейешлеген тағы бер тапҡыр раҫлайым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 5:3
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡайғы һеҙгә, һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ: «Алла Йорто менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, әммә кемдер Алла Йортоноң алтыны менән ант итә икән, ул уны үтәргә тейеш», – тип өйрәтәһегеҙ.


Һәм тағы: «Ҡорбан килтереү урыны менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, ҡорбан килтереү урынындағы бүләк менән ант итһә инде, ул уны үтәргә тейеш», – тиһегеҙ.


Минең биш туғаным бар, был ғазапланыу урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән.


Йәһүҙиәнән Антиохияға килгән ниндәйҙер кешеләр иман тотоусыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.


Ул тағы ла күберәк һүҙҙәр менән уларҙы киҫәтеп: – Ошо быуындың боҙоҡлоғонан ҡотолоғоҙ, – тип өндәне.


Тәүбә итеп Аллаға табан боролоуҙың һәм Раббыбыҙ Ғайсаға инаныуҙың зарурлығы тураһында йәһүдтәргә лә, йәһүд булмағандарға ла етди рәүештә иғлан иттем.


Сөннәтле булыуың ҡанунды үтәгән осраҡта ғына файҙалы, ә инде ҡанунды боҙаһың икән, ул саҡта һинең сөннәткә ултыртылыуыңдың мәғәнәһе юҡ.


Ә ҡанун талаптарына ғына таянып йәшәүселәр ләғнәт аҫтында буласаҡ. Изге Яҙмала: «Ҡанун китабында яҙылғандарҙың бөтөнөһөн дә теүәл үтәп бармаусы һәр кемгә ләғнәт төшкән», – тип яҙылған.


Тыңлағыҙ, мин, Павел, һеҙгә әйтәм: әгәр сөннәткә ултыртылаһығыҙ икән, Мәсихтән һеҙгә бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Шуға күрә Раббы исеменән әйтәм һәм талап итәм: артабан зиһендәре томаланған мәжүсиҙәр кеүек йәшәмәгеҙ.


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы барлыҡ бындай эштәр өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


Ата Үҙенең Улын донъяны Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ