Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 4:6 - Инжил

6 Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәрегеҙгә ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Ә һеҙ Уның балалары булғанға, Алла Үҙ Улының «Абба, Атам!» – тип саҡырыусы Рухын йөрәктәребеҙгә ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 4:6
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Абба, Атам! Һинең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡ, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәрсе! Әммә Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.


Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата Изге Рух бирәсәк.


Ғайса уларға: – Доға ҡылғанда былай тип әйтегеҙ: Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын, Һинең Батшалығың килһен.


Мин Атамдан һорармын һәм Ул һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер, ә Ул мәңге һеҙҙең менән булыр.


Мин Атанан һеҙгә Яҡлаусы ебәрәсәкмен. Ул – Атанан сыҡҡан Хәҡиҡәт Рухы – килгәс, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыласаҡ.


Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк, әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен.


Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.


Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне әле, сөнки Ғайса күккә тиклем күтәрелмәгәйне һәм Уға данлы бөйөклөк бирелмәгәйне.


Мисия төбәгенә килгәс, улар Вифинияға барырға булды, әммә Ғайсаның Рухы уларҙы ебәрмәне.


Өмөт иһә алдамай, сөнки Алла Үҙенең мөхәббәтен беҙгә бирелгән Изге Рух аша йөрәктәребеҙгә мул итеп яуҙырған.


Әммә һеҙҙә Алла Рухы йәшәй икән, тимәк, һеҙ гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса түгел, ә Рух буйынса йәшәйһегеҙ. Әгәр берәйһендә Мәсих Рухы юҡ икән, тимәк, ул кеше Мәсихтеке түгел.


Изге Яҙмала былай тип яҙылған бит: «Тәүге кеше – Әҙәм – тере йән эйәһе булды». Ә һуңғы Әҙәм – тормош биреүсе Рухҡа эйә булды.


Үҙ мисәте менән тамғаланы, беҙгә биреләсәк нәмәләр өсөн йөрәктәребеҙгә ышаныслы билдә булараҡ Рух бирҙе.


Раббы – ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә – азатлыҡ.


Һеҙ ҙә хәҡиҡәт һүҙен – һеҙгә ҡотолоу килтереүсе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеп, Мәсихкә инанғас, вәғәҙә ителгән Изге Рух менән Алла тарафынан Мәсих аша мөһөрләндегеҙ.


Сөнки Уның аша ике яҡ өсөн дә уртаҡ Рух менән Атабыҙ янына барыу юлы бар.


Алланың Изге Рухын ҡайғыға һалмағыҙ, сөнки йолоп алып ҡалыу көнө өсөн һеҙ Уның тарафынан мөһөр менән билдәләнгәнһегеҙ.


Һәр төрлө доға һәм үтенес менән изге Рухтың көсө аша һәр ваҡыт Аллаға мөрәжәғәт итегеҙ. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн даими рәүештә, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән миңә ҡотолорға булышлыҡ итер.


Шулай итеп, алда әйтелгәндәрҙе ҡабул итмәүселәр кешене түгел, ә һеҙгә Изге Рухын ебәреүсе Алланы кире ҡаға.


Улар үҙҙәрендәге Мәсих Рухы, алдан күреп, Мәсихтең ғазап сигәсәге һәм һуңынан киләсәк бөйөклөк тураһында әйткән һүҙҙәрҙең ниндәй хәлдәргә һәм ҡайһы мәлгә күрһәтеүен тикшергән.


Ә һеҙ, ҡәҙерлеләрем, үҙ тормошоғоҙҙо иң изге иманығыҙ нигеҙендә ҡороп йәшәүегеҙҙе дауам итегеҙ, Изге Рух көсө менән доға ҡылығыҙ.


Шунан һуң мин, баш эйер өсөн, уның аяҡтарына йығылдым, әммә ул миңә былай тине: – Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй! Ғайса хаҡындағы шаһитлыҡ Алла хәбәрен иғлан итеүселәрҙе рухландыра бит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ