Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 4:4 - Инжил

4 Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул иһә ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Әммә, билдәләнгән ваҡыт еткәс, Алла беҙгә Үҙенең Улын ебәрҙе, Ул ҡатын-ҡыҙҙан тыуған һәм ҡанунға буйһонған.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 4:4
44 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

«Бына ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалыр һәм ир бала табыр. Уға Еммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Еммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.


– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алла хаҡлығының бөтә талаптарын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды.


Минең хаҡта, ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында яҙылғандарҙы юҡҡа сығарырға килгән, тип уйламағыҙ. Мин юҡҡа сығарырға түгел, ғәмәлгә ашырырға килдем.


– Ваҡыт етте, Алла Батшалығы яҡынлашты! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ! – тине Ул.


Ауырға ҡалырһың һәм Ул табырһың. Уға Ғайса тип исем ҡуш.


– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Аллаһы Тәғәлә һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап биргән уға фәрештә. –


Мәрйәм үҙенең беренсе балаһын – Улын тыуҙырған. Ул Уны, йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалған, сөнки ҡунаҡханала урын булмаған.


Дауыт Мәсихте Хужам тип исемләй. Шулай булғас, Мәсих нисек итеп Дауыт Тоҡомо була ала?


Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


«Мин – Алла Улы», тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «Көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәткә айырып, был донъяға ебәрҙе бит.


Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.


Сөнки Мин күктән ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын башҡарырға килдем.


Ғайса уларға былай тине: – Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе.


Ул иһә: – Ата Үҙ хакимлығы менән билдәләгән ваҡыттарҙы йәки миҙгелдәрҙе белеү һеҙҙең эшегеҙ түгел, – тине уларға. –


Унда һүҙ Уның Улы – Раббыбыҙ Ғайса Мәсих тураһында бара. Ул сығышы менән Дауыт нәҫеленән булған. Изгелек Рухы буйынса иһә ҡөҙрәткә эйә Алланың Улы тип танылған, сөнки үленән терелтелгән.


Шуны әйтәм: ата-бабаларға бирелгән вәғәҙәләрҙе раҫлау өсөн, Алланың тоғролоғон күрһәтеү өсөн, Мәсих сөннәтлеләргә хеҙмәт итергә килде.


Беҙ бер ярҙамһыҙ булған саҡта, Мәсих беҙҙең – Алланы һанға һуҡмаусылар өсөн, үлде.


Гонаһлы тәбиғәтебеҙҙең көсһөҙлөгө арҡаһында ҡанун башҡара алмағанды Алла Үҙе башҡарҙы. Ул Үҙенең Улын гонаһлы кешегә оҡшатып ебәрҙе һәм, Уны гонаһ өсөн ҡорбан итеү аша, кешелә гонаһты хөкөм итте.


Улар беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙҙың тоҡомо, Мәсих – сығышы менән улар араһынан, Ул – һәр нәмәнән өҫтөн Алла, Уға мәңгелек дан булһын! Амин.


Уның ниәте шулай: билдәләнгән ваҡыт еткәс, күктәрҙә һәм ерҙә булғандарҙың бөтөнөһөн дә Мәсихтә берләштереү.


Ул Үҙенең талаптары менән беҙгә ҡаршы булған бурыстарыбыҙ исемлеген юйҙы һәм, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, бөтөнләй юҡҡа сығарҙы.


бөтөн кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн Үҙ ғүмере менән түләне. Быға Алла тарафынан билдәләнгән ваҡытта шаһитлыҡ бирелде.


Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, данда күккә күтәрелде.


Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.


Уларҙа ашау-эсеү, төрлө йыуыныу йолалары ғына күҙҙә тотола, былар – тышҡы яҡты ғына иҫәпкә алған ҡағиҙәләр һәм яңы тәртип урынлаштырғансы ғына үҙ көсөнә эйә була.


Ата Үҙенең Улын донъяны Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ.


Алла Рухын һеҙ былай танырһығыҙ: Ғайса Мәсихтең кеше булараҡ килгәнлеген таныусы һәр рух Алланан була.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ