Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 4:3 - Инжил

3 Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъя менән идара итеүсе көстәр ҡоллоғонда инек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъяның идара итеүсе көстәре ҡоллоғонда инек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 4:3
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен.


Ғайса Үҙенә инанған йәһүдтәргә: – Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ.


Шулай булғас, беҙҙең аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ?


Ҡанундың Рух аша бирелгәнлеген беләбеҙ, ә мин иһә гонаһлы тәбиғәтем хакимлығындамын һәм гонаһҡа ҡол итеп һатылғанмын.


Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Берәйһе үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөргәндә, һеҙҙең иҫәбегеҙгә йәшәгәндә, һеҙҙең менән файҙаланғанда, үҙен күктәргә күтәргәндә, битегеҙгә һуҡҡанда һеҙ түҙемлек күрһәтәһегеҙ бит.


Тик, шул уҡ ваҡытта, Ғайса Мәсихтәге азатлығыбыҙҙы күҙәтеү һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөү өсөн, арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде, был мәсьәләне улар күтәрҙе лә инде.


Ә ҡанун ни өсөн кәрәк һуң? Ҡанун енәйәтселек булған өсөн һуңғараҡ барлыҡҡа килгән һәм Ибраһим нәҫеленең вәғәҙә тәғәйенләнгән Кешеһе килгәнгә тиклем ғәмәлдә булған. Ҡанун фәрештәләр тарафынан аралашсы аша тапшырылған.


Атаһы билдәләгән ваҡытҡа тиклем ул тәрбиәселәренә һәм йорт идарасыларына буйһона.


Бында шундай кинәйә бар: был ҡатындар ике килешеүҙе сағылдыра. Береһе Синай тауынан булып, ҡолдар тыуҙыра, ул – Хәжәр.


Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Иерусалимға тап килә, сөнки хәҙерге Иерусалим үҙ балалары менән ҡоллоҡта.


Беҙ иһә, имандаштар, ҡол ҡатындың балалары түгел, ә ирекле ҡатын балалары.


Элек һеҙ, Алланы белмәгән саҡта, Алла тип, асылда, ялған илаһтарҙың ҡоло инеғеҙ.


Хәҙер инде, Алланы танып белгәс, дөрөҫөрәге, Алла тарафынан танылыу алғас, көсһөҙ һәм файҙаһыҙ көстәргә кире ҡайтып, ни өсөн уларҙың ҡоло булырға теләйһегеҙ?


Мәсих менән бергә үлеп, донъяның идара итеүсе көстәренән ҡотолғанһығыҙ икән, ни өсөн һаман ошо донъяның кешеләре кеүек уларҙың ҡағиҙәләренә буйһонаһығыҙ:


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсих менән түгел, ә кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен.


Ваҡыт үтеүенә ҡарағанда, күптән инде өйрәтеүсе булырға тейеш инегеҙ, әммә һеҙ үҙегеҙ кемдеңдер һеҙҙе Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарына өйрәтеүенә мохтажһығыҙ. Һеҙгә ҡаты ризыҡ түгел, ә һөт кәрәк.


Ул кешенең сығышына ҡағылған ҡанун әмере буйынса түгел, ә мәңгелек йәшәү көсө буйынса Рухани булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ