2 Атаһы билдәләгән ваҡытҡа тиклем ул тәрбиәселәренә һәм йорт идарасыларына буйһона.
Ә инде Миндә йәшәһәгеҙ һәм Минең һүҙҙәрем һеҙҙә йәшәһә, ул саҡта теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер.
Бәлки, Мәсих юлында меңәрләгән өйрәтеүселәрегеҙ ҙә барҙыр, әммә атайҙарығыҙ күп түгел. Һеҙ Ғайса Мәсих аша яңынан тыуҙығыҙ һәм мин, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп, атайығыҙ булдым.
Шулай итеп, Мәсих килгәс иман аша аҡланыу алыр өсөн, Ул килгәнгә тиклем беҙ ҡанун тәрбиәһе аҫтында булдыҡ.
Тағы шуны әйтәм: вариҫ сабый сағында бөтөн нәмәнең хужаһы булһа ла, ҡолдан бер ни менән дә айырылмай.
Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъя менән идара итеүсе көстәр ҡоллоғонда инек.