Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 3:5 - Инжил

5 Алла һеҙгә, Рух биреп, ҡанун үтәгәнегеҙ өсөн арағыҙҙа мөғжизәләр тыуҙырамы, әллә ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Алла һеҙгә, Үҙенең Рухын биреп, мөғжизәләр ҡыла. Ул быны ҡанун үтәгәнегеҙ өсөн эшләйме, әллә ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышанғанығыҙ өсөнмө?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 3:5
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Павел менән Варнава унда шаҡтай оҙаҡ ваҡыт булды. Раббы тураһында тәүәккәллек менән вәғәзләнеләр һәм Раббы, Үҙенең мәрхәмәте хаҡындағы хәбәрҙе раҫлап, уларҙың ҡулы менән хикмәттәр һәм мөғжизәләр ҡылды.


Шулай итеп, иман – ишетеү, йәғни Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетеү аша килә.


мөғжизәләр һәм хикмәттәр көсө ярҙамында, Алла рухының ҡөҙрәте менән башҡарҙы. Мин, Иерусалимдан алып Иллирик яҡтарына тиклем урау юлдарҙан барып, Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе тулыһынса бәйән иттем.


Берәүгә мөғжизә күрһәтеү, икенсеһенә пәйғәмбәрлек итеү, ҡайһы береһенә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнен айыра белеү, кемгәлер бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте, кемеһенәлер иһә был телдәрҙә әйтелгәнде аңлата белеү һәләте бирелә.


Беҙ ҡулланған ҡоралдар ҙа был донъя ҡоралдары түгел, улар Алла ҡөҙрәте менән дошман ҡәлғәләрен емереүгә һәләтле. Ул ҡоралдар менән беҙ ялған уй-ниәттәрҙе,


Минең илселек билдәм иһә илаһи билдәләр, мөғжизәләр һәм ҡөҙрәтле эштәр аша арағыҙҙа ҙур ныҡышлыҡ менән күрһәтелде.


Һеҙ бит Мәсихтең минең аша һөйләгәненә дәлил эҙләйһегеҙ. Ул һеҙгә ҡарата көсһөҙ түгел, ә арағыҙҙа көслө.


Рух менән билдәләнгән хеҙмәт тағы ла данлыраҡ түгелме?


Сәсеүсегә орлоҡ һәм кешеләргә туҡланырға икмәк Биреүсе һеҙҙе орлоҡ менән тәьмин итеп уны ишәйтер һәм изгелек емештәрегеҙҙе мул итеп үҫтерер.


Һеҙҙән шуны ғына белгем килә: Алла Рухын ҡанун талаптарын үтәү аша алдығыҙмы, әллә беҙҙән ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы?


сөнки беләм: әлеге хәлем һеҙҙең доғаларығыҙ һәм Ғайса Мәсих Рухының ярҙамы менән миңә ҡотолорға булышлыҡ итер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ