Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 3:2 - Инжил

2 Һеҙҙән шуны ғына белгем килә: Алла Рухын ҡанун талаптарын үтәү аша алдығыҙмы, әллә беҙҙән ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Һеҙҙән шуны ғына белгем килә: Алла Рухын ҡанун талаптарын үтәү аша алдығыҙмы, әллә беҙҙән ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 3:2
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кеше күңелен белеп торған Алла, беҙгә биргән кеүек уларға ла Изге Рухты биреп, уларҙы ҡабул итеүен күрһәтте.


– Һәр берегеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелһен өсөн, тәүбә итеп Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ һәм Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.


Петр менән Яхъя, Самарияға килгәс, бындағы иман тотоусылар Изге Рухты алһын өсөн доға ҡылды.


Һөйөнөслө Хәбәрҙә Алланың кешеләрҙе иман һәм бары тик иман аша ғына аҡлауы асыла. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡлы кешегә йәшәү биргән нәмә – уның иманы».


ҡанунға ят булғандарҙы Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында ҡанунды белмәүсе кеүек булдым. Әлбиттә, был Алла алдында ҡанунһыҙ йәшәйем тигәнде аңлатмай, киреһенсә, мин Мәсих ҡанунына буйһонам.


Ни өсөн тигәндә, берәйһе килеп беҙ вәғәзләмәгән башҡа берәй Ғайса тураһында һөйләй башлаһа, йәки һеҙгә бирелгән Рухтан башҡа рух бирелһә, йәки үҙегеҙ ҡабул иткән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа «һөйөнөслө хәбәрҙе» ҡабул итергә өгөтләй икән, һеҙ ундайҙарға тиҙ ҡолаҡ һалаһығыҙ.


Был Ибраһимға бирелгән фатиха Ғайса Мәсих аша башҡа халыҡтарға ла килһен һәм вәғәҙә ителгән Рухты иман аша беҙ ҙә ала алһын өсөн эшләнде.


Һеҙ шул тиклем аҡылһыҙмы ни? Изге Рух менән башлағайнығыҙ бит, ә хәҙер маҡсатығыҙға үҙ көсөгөҙ менән өлгәшергә уйланығыҙмы?


Алла һеҙгә, Рух биреп, ҡанун үтәгәнегеҙ өсөн арағыҙҙа мөғжизәләр тыуҙырамы, әллә ишеткән Һөйөнөслө Хәбәргә ышаныу ашамы?


Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.


Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә улар Хәбәрҙе ишетһә лә, файҙаһы булманы, сөнки улар ишеткәндәрен иман итеп ҡабул итмәне.


Бер тапҡыр Алла яҡтылығы менән нурландырылған, күк бүләгенең тәмен татыған, Изге Рухта ҡатнашҡан,


Уларға үҙҙәренә түгел, ә һеҙҙең өсөн хеҙмәт итеүҙәре асыҡлап бирелде. Улар иғлан иткәндәрҙе бит аҙаҡ, күктән ебәрелгән Изге Рух аша, Һөйөнөслө Хәбәр таратыусылар һеҙгә һөйләп бирҙе. Быларға хатта фәрештәләр ҙә күҙ һалырға теләй.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ