Галаттарға 3:16 - Инжил16 Вәғәҙәләр иһә Ибраһимға һәм уның нәҫеленән булғанға бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «нәҫеленән булғандарға» тип күптәр тураһында түгел, ә «нәҫеленән булғанға» тип берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Изге Яҙма16 Вәғәҙәләр Ибраһимға һәм уның тоҡомона бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «тоҡомонан» тип күптәр тураһында түгел, ә уның тоҡомонан булған Берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.