Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 2:9 - Инжил

9 Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге булған Яҡуб, Кифа һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Варнава менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – мәжүсиҙәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге тип һаналған Яҡуп, Кефас һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Барнабас менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – сит ҡәүемдәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 2:9
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петр һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.


Ғайса Петр менән Яхъяны ҡалаға ебәреп, уларға: – Барығыҙ, беҙгә Ҡотҡарылыу байрамы ашын әҙерләгеҙ, – тигән.


Ул Симонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Симонға текләп ҡарап: – Һин Яхъя улы Симон, әммә Кифа (арамей телендәге был исем «Петр», йәғни «ҡая» тигән мәғәнәне аңлата) тип аталырһың, – тине.


Ул тауышланмаҫҡа ҡушып ҡулы менән ишара яһаны һәм Раббының нисек итеп уны төрмәнән сығарыуы тураһында һөйләп бирҙе. – Был хаҡта Яҡубҡа ла, бөтә имандаштарға ла әйтегеҙ, – тине ул. Шунан һуң Петр башҡа урынға китте.


Улар һөйләп бөткәс, Яҡуб һүҙ алды: – Имандаштар, мине тыңлағыҙ!


Оҙаҡ бәхәсләшкәндән һуң Петр урынынан тороп: – Имандаштар! – тип һүҙ башланы. – Йәһүд булмаған халыҡтар Һөйөнөслө Хәбәрҙе минән ишетеп иманға килһен өсөн, Алла мине һеҙҙең арағыҙҙан күптән инде һайлағанын беләһегеҙ.


Мәҫәлән, илселәр Варнава (йәғни «Йыуаныс улы») тип йөрөткән, Кипрҙа тыуған Йософ исемле бер левит,


Уның исемен данлау хаҡына барлыҡ халыҡтар араһынан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһендәр һәм Мәсихкә инанһындар өсөн, мин Мәсихтән мәрхәмәт алдым һәм илсе итеп тәғәйенләндем.


Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт менән һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ.


Шуға ҡарамаҫтан, имандаштар, ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында иҫегеҙгә төшөрөп ҡыйыу рәүештә яҙҙым, сөнки мин, Алла тарафынан бирелгән мәрхәмәт аша,


Әммә Алла мәрхәмәте менән мин илсе булдым. Ул күрһәткән мәрхәмәт бушҡа китмәне, башҡа илселәрҙең һәммәһенә ҡарағанда ла тырышыбыраҡ хеҙмәт иттем. Хәйер, мин түгел, ә минең менән булған Алла мәрхәмәте хеҙмәт итте.


Мин бындай «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» һис тә кәм түгелмен, тип уйлайым.


Мин иҫәр кеүек ҡыландым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел.


Улар беҙҙән Иерусалимдағы изгеләргә ярҙам итеүҙә ҡатнаштырырға рөхсәт итеүебеҙҙе, оло мәрхәмәт һанап, ныҡышмалы рәүештә һоранылар.


Шунан һуң өс йыл үткәс кенә, Иерусалимға Кифа менән танышырға барҙым һәм уның янында ун биш көн булдым.


Ун дүрт йыл үткәндән һуң Варнава менән тағы Иерусалимға юлландым. Титты ла үҙебеҙ менән алдыҡ.


Унда мин Алла ҡушыуы буйынса барҙым. Һәм әлеге тырышлыҡтарым юҡҡа түгелме, элеккеләре лә бушҡа булманымы, тип борсолоп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында үҙем таратҡан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ундағы абруйлы кешеләргә айырым әйтеп бирҙем.


Әгәр ҙә кемдер үҙе тураһында ысынына ҡарағанда һәйбәтерәк фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай.


Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған Йорт итеп ҡоролдоғоҙ, ә нигеҙҙең иң төп ташы – Ғайса Мәсих Үҙе.


Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Ошо маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, Мәсихтең миндәге ҡеүәтле эш иткән көсө менән бергә көрәшеп, үҙ-үҙемде аямайынса хеҙмәт итәм.


әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған Тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла Йортонда нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейешһең.


Һеҙ ҙә беҙҙең менән аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Ата һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ


Еңеүсене Мин Аллам йортоноң бағанаһы итеп ҡуйырмын һәм ул инде унан сыҡмаҫ. Уның өҫтөнә Алламдың исемен һәм күктән, Алламдан төшәсәк ҡаланың – Иерусалимдың яңы исемен һәм Үҙемдең яңы исемемде яҙырмын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ