Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 2:7 - Инжил

7 Киреһенсә улар, сөннәтлеләр араһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу Петрға йөкмәтелгән кеүек, сөннәтһеҙҙәр араһында вәғәзләү миңә тапшырылғанды күрҙеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Киреһенсә, улар, сөннәтлеләр араһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу Петрусҡа йөкмәтелгән кеүек, сөннәтһеҙҙәр араһында вәғәзләү миңә тапшырылғанды күрҙеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 2:7
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтә йыйылыш тынып ҡалды. Варнава менән Павел үҙҙәре аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне, халыҡ уларҙы тыңланы.


Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле булырһығыҙ. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.


Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай.


Әммә Раббы уға: – Бар, сөнки Мин уны, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылһын өсөн, башҡа халыҡтарға һәм уларҙың батшаларына, шулай уҡ Израиль халҡына Үҙемдең хеҙмәтсем итеп һайланым.


Уның исемен данлау хаҡына барлыҡ халыҡтар араһынан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итһендәр һәм Мәсихкә инанһындар өсөн, мин Мәсихтән мәрхәмәт алдым һәм илсе итеп тәғәйенләндем.


Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандарҙың илсеһе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм.


Үҙ белдегем менән вәғәзләһәм, әжере булыр ине. Әммә мин үҙ белдегем менән башҡармайым, ә ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем.


Шунан һуң өс йыл үткәс кенә, Иерусалимға Кифа менән танышырға барҙым һәм уның янында ун биш көн булдым.


Һеҙҙең, Мәсихтең мәрхәмәте менән саҡырып алған Саҡырыусығыҙҙы тиҙ арала ташлап, ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ ғәжәпләндерә.


Кифа Антиохияға килгәс, мин уға асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыҡтым, сөнки ул хаҡлы түгел ине.


Ә мин уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кифаға: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге булған Яҡуб, Кифа һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Варнава менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – мәжүсиҙәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Һөйләгәндә кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаусы һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуҙа беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып эш итәбеҙ.


Мөбәрәк Алланың бөйөклөгө тураһында миңә ышанып тапшырылған Һөйөнөслө Хәбәрҙә был турала шулай тиелә.


Шуның өсөн мин бүтән халыҡтарға иман һәм хәҡиҡәт өйрәтеүсе, вәғәз таратыусы илсе итеп ҡуйылдым. Дөрөҫөн һөйләйем, ялғанламайым.


Мин ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләүсе илсе һәм остаз итеп ҡуйылдым.


Аңлағыҙ: Раббыбыҙ сабыр, сөнки ул кешеләрҙең ҡотолоуын теләй. Үҙенә Алла тарафынан бирелгән зирәк аҡылы менән беҙҙең ҡәҙерле имандашыбыҙ Павел да һеҙгә шулай тип яҙғайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ