Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 2:4 - Инжил

4 Тик, шул уҡ ваҡытта, Ғайса Мәсихтәге азатлығыбыҙҙы күҙәтеү һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөү өсөн, арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде, был мәсьәләне улар күтәрҙе лә инде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Был турала һүҙ күтәрелде, сөнки арабыҙға һиҙҙермәй генә ялған имандаштар килеп инде. Улар беҙҙең Ғайса Мәсихтә тапҡан азатлығыбыҙ тураһында һораштырып-күреп ҡалырға һәм беҙҙе ҡанун ҡоллоғона төшөрөргә теләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 2:4
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яңы шарап яңы турһыҡҡа тултырылырға тейеш.


Йәһүҙиәнән Антиохияға килгән ниндәйҙер кешеләр иман тотоусыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.


Беҙҙән барған ҡайһы бер кешеләр, уларға шундай эште йөкмәтмәгән булһаҡ та, һеҙҙе борсоғандар һәм күңелегеҙҙе тынысһыҙлағандар, тип ишеттек.


Иман тотоусыларҙы үҙҙәренә эйәртеү өсөн һеҙҙең арағыҙҙан да ялған һөйләүселәр сығасаҡ.


Һеҙ, үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөрөп, яңынан ҡурҡып йәшәргә дусар итеүсе рухты түгел, ә үҙегеҙҙе Алла балалары итеүсе Рухты алдығыҙ. Шуға ла: «Абба! Атам!» – тип Аллаға мөрәжәғәт итәбеҙ.


Ундайҙар – ялған илселәр, Мәсихтең илселәре булып күренергә тырышыусы алдаҡсы хеҙмәтселәр.


Хәҙер әйтәсәк һүҙҙәремде Раббы ҡушыуы буйынса түгел, ә аҡылһыҙ кеше кеүек маҡтаныуым.


Берәйһе үҙегеҙҙе ҡоллоҡҡа төшөргәндә, һеҙҙең иҫәбегеҙгә йәшәгәндә, һеҙҙең менән файҙаланғанда, үҙен күктәргә күтәргәндә, битегеҙгә һуҡҡанда һеҙ түҙемлек күрһәтәһегеҙ бит.


Күп тапҡырҙар сәйәхәттәрҙә йөрөп, йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар булдым, юлбаҫарҙарҙан да хәүеф-хәтәргә юлыҡтым, ырыуҙаштарымдан, бүтән халыҡ кешеләренән дә ҡурҡыныс янаны, ҡалаларҙа, сүллектә, диңгеҙҙә лә хәүеф һағаланы, ялған имандаштар араһында ла.


Раббы – ул Рух, ә Раббы Рухы булған ерҙә – азатлыҡ.


Әммә башҡа төрлө Һөйөнөслө Хәбәр юҡ! Һеҙҙең башығыҙҙы бутап, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе боҙорға теләүсе кешеләр генә бар.


Хәжәр Ғәрәбстандағы Синай тауын аңлата һәм хәҙерге Иерусалимға тап килә, сөнки хәҙерге Иерусалим үҙ балалары менән ҡоллоҡта.


Шуның кеүек, беҙ ҙә бала саҡта донъя менән идара итеүсе көстәр ҡоллоғонда инек.


Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡҡа дусар итмәгеҙ.


Мин Раббыға таянып, һеҙҙең башҡа төрлө фекер йөрөтмәҫегеҙгә ышанам, ә арағыҙҙағы баш ҡатырып йөрөүселәр, кем булыуына ҡарамаҫтан, хөкөмгә дусар ителер.


Ундайҙар өйҙәргә шым ғына үтеп инә һәм гонаһҡа батҡан, төрлө кәйеф-сафаға бирелгән бисәләрҙе үҙенә ылыҡтыра.


Ә кем азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунды иғтибар менән тикшереп уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ.


Ирекле кешеләр булараҡ, ирегегеҙҙе яуызлыҡты йәшереү өсөн файҙаланмағыҙ, Алланың ҡолдары кеүек йәшәгеҙ,


Үҙҙәре боҙоҡлоҡ ҡолдары булып та, тегеләргә азатлыҡ вәғәҙә итә, сөнки кем нимәгә буйһона, шуның ҡолона әйләнә.


Ҡәҙерлеләрем! Һәр бер рухҡа ышанмағыҙ, әммә рухтың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.


Арағыҙға һиҙҙермәй генә ҡайһы бер аллаһыҙ кешеләр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән инде әйтелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ