Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 2:2 - Инжил

2 Унда мин Алла ҡушыуы буйынса барҙым. Һәм әлеге тырышлыҡтарым юҡҡа түгелме, элеккеләре лә бушҡа булманымы, тип борсолоп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында үҙем таратҡан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ундағы абруйлы кешеләргә айырым әйтеп бирҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Миңә Алланан унда барырға кәрәк тигән асылыш булды һәм мин, әлеге тырышлыҡтарым юҡҡа түгелме, элеккеләре лә бушҡа булманымы, тип борсолоп, йәһүд булмаған халыҡтар араһында үҙем таратҡан Һөйөнөслө Хәбәрҙе ундағы абруйлы кешеләргә айырым әйтеп бирҙем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 2:2
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына Мин һеҙҙе һарыҡтарҙы бүреләр араһына ебәргән кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ аҡыллы һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.


Бөтә йыйылыш тынып ҡалды. Варнава менән Павел үҙҙәре аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ҡылған хикмәттәре һәм мөғжизәләре тураһында һөйләне, халыҡ уларҙы тыңланы.


Павел һәм Варнава теге кешеләр менән ризалашманы һәм улар араһында бәхәс тыуҙы. Шунлыҡтан Павел менән Варнаваны һәм тағы бер нисә кешене, был мәсьәләне асыҡлау өсөн, Иерусалимға илселәр һәм берҙәмлек өлкәндәре янына ебәрергә булдылар.


Иерусалимға килеп еткәс, берҙәмлек тә, уның өлкәндәре лә, илселәр ҙә асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Павел менән Варнава уларға Алланың үҙҙәре аша ниндәй эштәр башҡарыуы тураһында һөйләп бирҙе.


Бер ваҡыт төндә Павелға илаһи күренмеш килде. Унда Раббы: – Ҡурҡма! Һөйләүеңде дауам ит, туҡтама.


Алдағы төндә Павел янына Раббы килде. – Ныҡ бул! Иерусалимда Минең хаҡта нисек шаһитлыҡ ҡылған булһаң, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирергә тейешһең, – тине Раббы.


Ошо ваҡыт бөтә халыҡ хөрмәт иткән ҡанун өйрәтеүсе, Кәңәшмә ағзаһы Гамалиил исемле фарисей аяғүрә баҫты ла илселәрҙе аҙ ғына ваҡытҡа сығарып торорға әмер бирҙе.


Тимәк, бөтөн нәмә кеше теләгенә йәки тырышлығына түгел, ә шәфҡәт күрһәтеүсе Аллаға бәйле.


Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ,


Янығыҙҙа булғанымда Ғайса Мәсихтән, өҫтәүенә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуынан башҡа бер ни ҙә белмәҫкә ҡарар иттем.


Ярыш майҙанында бөтөнөһө йүгерһә лә, берәүҙең генә бүләк алғанын белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, бүләк алыу өсөн йүгерегеҙ.


Шуға күрә лә мин маҡсатһыҙ йүгергән кеше кеүек йүгермәйем, һауаға һуғыусы кеүек тә киҙәнмәйем.


Маҡтаныуҙың файҙаһы булмаһа ла, маҡтанырға тура килә. Хәҙер Раббы тарафынан ебәрелгән илаһи күренмештәр һәм асылыштар тураһында һөйләйем.


мин уны кешеләрҙән ҡабул итмәнем һәм уларҙан өйрәнмәнем, уны миңә Ғайса Мәсих асып бирҙе.


Һеҙҙең, Мәсихтең мәрхәмәте менән саҡырып алған Саҡырыусығыҙҙы тиҙ арала ташлап, ниндәйҙер икенсе бер «һөйөнөслө хәбәр»гә күсеүегеҙ ғәжәпләндерә.


Абруйлы кешеләр ҙә бәйән иткәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне. Ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел ине: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге булған Яҡуб, Кифа һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Варнава менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – мәжүсиҙәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Иманда саҡта эшегеҙ яҡшы бара ине. Хәҡиҡәткә буйһонорға һеҙгә кем ҡамасауланы?


Мәсих килер көндә көс һалыуым һәм хеҙмәтем юҡҡа булмаған икән тип ғорурлана алыуым өсөн тормош һүҙен вәғәзләгеҙ.


Һеҙ уны, Раббылағы имандашығыҙ булараҡ, оло шатлыҡ менән ҡабул итегеҙ һәм уның кеүектәргә хөрмәт күрһәтегеҙ.


Шуға күрә мин артабан да көтөп тора алманым, Иблистең ҡотҡоһона бирешмәнегеҙме, хеҙмәтебеҙ юҡҡа ғына булмағанмы, тигән хәүеф менән һеҙҙең иманығыҙ тураһында белешергә Тимофейҙы ебәрҙем.


Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым;


Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә киләсәктә юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы, беҙгә сырмалып алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ