11 Кифа Антиохияға килгәс, мин уға асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыҡтым, сөнки ул хаҡлы түгел ине.
11 Ә Кефас Антиохияға килгәс, мин уға асыҡтан-асыҡ ҡаршы сыҡтым, сөнки ул хаҡлы түгел ине.
Әммә Ғайса Петрға боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке, – тине.
Ул Симонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Симонға текләп ҡарап: – Һин Яхъя улы Симон, әммә Кифа (арамей телендәге был исем «Петр», йәғни «ҡая» тигән мәғәнәне аңлата) тип аталырһың, – тине.
Стефандың үлеменән һуң булған эҙәрлекләүҙәр һөҙөмтәһендә таралышҡан иман тотоусылар, йәһүдтәр алдында ғына вәғәз һөйләп, Финикия өлкәһенә, Кипрға һәм Антиохия ҡалаһына тиклем барып етте.
Әммә улар араһындағы ҡайһы бер Кипр һәм Киринея кешеләре, Антиохияға килгәс, башҡа халыҡ кешеләренә лә Раббы Ғайса хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткерҙе.
Был туралағы хәбәр Иерусалимдағы имандаштар берҙәмлегенә барып етте. Варнаваны Антиохияға ебәрҙеләр.
Шул көндәрҙә Антиохияға Иерусалимдан пәйғәмбәрҙәр килде.
Йәһүҙиәнән Антиохияға килгән ниндәйҙер кешеләр иман тотоусыларҙы: – Муса ҡануны ҡушҡанса сөннәткә ултырмаһағыҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тип өйрәтә башланы.
Шунан һуң фарисейҙар араһынан иманға килгән ҡайһы берәүҙәр урындарынан тороп: – Йәһүд булмағандарҙы сөннәткә ултыртырға һәм уларҙан Муса ҡанунын тотоуҙы талап итергә кәрәк, – тинеләр.
Мин бындай «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» һис тә кәм түгелмен, тип уйлайым.
Мин иҫәр кеүек ҡыландым, быға мине һеҙ мәжбүр иттегеҙ. Мине һеҙ маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, әһәмиәтһеҙ булһам да, «самаһыҙ бөйөк илселәрҙән» бер ерем дә кәм түгел.
Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә лә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.
Шунан һуң өс йыл үткәс кенә, Иерусалимға Кифа менән танышырға барҙым һәм уның янында ун биш көн булдым.
Ә мин уларҙың Һөйөнөслө Хәбәр хәҡиҡәте буйынса хаҡ юлдан бармауҙарын күргәс, бөтөнөһө алдында Кифаға: «Һин үҙең, йәһүд була тороп, йәһүдтәрсә түгел, ә мәжүсиҙәрсә йәшәйһең. Ни өсөн һуң мәжүсиҙәрҙе йәһүдтәрсә йәшәргә мәжбүр итәһең?» – тип әйттем.
Беҙ иһә, Һөйөнөслө Хәбәрҙең хәҡиҡәте һеҙҙә һаҡланһын өсөн, аҙ ғына ваҡытҡа ла баш бирмәнек һәм буйһонманыҡ.
Киреһенсә улар, сөннәтлеләр араһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу Петрға йөкмәтелгән кеүек, сөннәтһеҙҙәр араһында вәғәзләү миңә тапшырылғанды күрҙеләр.
Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге булған Яҡуб, Кифа һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Варнава менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – мәжүсиҙәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.
Гонаһ ҡылғандарын иһә, башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн, бөтөнөһө алдында фаш ит.
Бөтөнөбөҙ ҙә күп хаталар яһайбыҙ. Һүҙендә абынмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен тыя ала.
Ҡәҙерлеләрем! Һеҙгә үҙебеҙҙең дөйөм ҡотолоуыбыҙ хаҡында яҙырға бик теләһәм дә, бүтән нәмәләр тураһында үтенеп яҙыуҙы кәрәк таптым: Алланың изге халҡына бер тапҡыр һәм ғүмерлеккә бирелгән иманды яҡлап алып ҡалығыҙ.