Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 2:1 - Инжил

1 Ун дүрт йыл үткәндән һуң Варнава менән тағы Иерусалимға юлландым. Титты ла үҙебеҙ менән алдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Ун дүрт йыл үткәндән һуң Барнабас менән тағы Йәрүсәлимгә юлландым. Титусты ла үҙебеҙ менән алдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 2:1
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан һуң Варнава Савлды эҙләп Тарсҡа барҙы, уны табып


Шулай эшләнеләр ҙә: йыйылған бүләктәрҙе берҙәмлек өлкәндәренә алып барып тапшырырға Варнава менән Савлды ебәрҙеләр.


Ә Варнава менән Савл, Иерусалимда тапшырылған эште башҡарғас, Марк тип тә йөрөтөлгән Яхъяны ла алып, Антиохияға ҡайттылар.


Улар Раббыға хеҙмәт иткән һәм ураҙа тотҡан ваҡытта, Изге Рух: – Хеҙмәтемде башҡарыу өсөн Үҙем һайлап алған Варнава менән Савлды Миңә бирегеҙ, – тине.


Әммә йәһүдтәр, мәшһүр ғаиләләрҙән булған диндар ҡатындарҙы һәм ҡаланың етәксе кешеләрен Павел менән Варнаваға ҡаршы ҡотортоп, уларҙы эҙәрлекләне, үҙ ерҙәренән ҡыуҙыртты.


Варнаваны гректар аллаһы Зевс тип, ә Павелды Гермес тип атанылар, сөнки башлыса ул һөйләй ине.


Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы буйынса, бер нисә кешене һайларға һәм уларҙы һеҙҙең янға ебәрергә тигән фекергә килдек. Улар һеҙҙең янға үҙ ғүмерҙәрен Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә бағышлаған, яратҡан имандаштарыбыҙ Варнава һәм Павел менән бергә барыр.


Йәиһә Варнава менән мин генә йәшәү өсөн эшләргә тейешбеҙме?


унда имандашым Титты таба алмағанлыҡтан, күңелем тыныслана алманы. Шуға күрә, имандаштар менән хушлашып, Македонияға юл алдым.


Һеҙҙең хаҡҡа Титтың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.


Титҡа килгәндә иһә, ул – минең иптәшем һәм һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәттәшем. Уны оҙатып барасаҡ ҡалған имандаштарыбыҙға килгәндә, улар – имандаштар берҙәмлектәренең вәкилдәре, Мәсихтең даны.


Шунан һуң өс йыл үткәс кенә, Иерусалимға Кифа менән танышырға барҙым һәм уның янында ун биш көн булдым.


Уның менән бергә башҡа имандаш йәһүдтәр ҙә ике йөҙлөлөк күрһәтте, хатта Варнава ла улар яғына ауҙы.


Әммә бушҡа хәүефләнгәнмен. Улар, минең менән булған Титты, грек булыуына ҡарамаҫтан, сөннәтләнергә мәжбүр итмәне.


Хеҙмәт итеү миңә Алла мәрхәмәте буйынса бирелгәнен аңлағас, имандаштар берҙәмлегенең терәге булған Яҡуб, Кифа һәм Яхъя, уртаҡ хеҙмәттәшлек билдәһе итеп, Варнава менән минең ҡулды ҡыҫты. Беҙ – мәжүсиҙәргә, ә улар сөннәтлеләргә барырға килештек.


Минең менән бергә тотҡонда булған Аристарх та, Варнаваның ике туғаны Марк та (уның тураһында, әгәр янығыҙға килһә, ҡабул итегеҙ, тигән әмер алдығыҙ) сәләм ебәрә.


Ысын имандаш улым Титҡа Атабыҙ Алланан һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек теләйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ