Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Галаттарға 1:1 - Инжил

1 Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Павелдан,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Кешеләрҙән дә, әҙәм балаһы аша ла түгел, ә Ғайса Мәсих һәм Уны үленән терелткән Атабыҙ Алла тарафынан һайланған илсе Паулустан,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Галаттарға 1:1
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.


Ғайса уларға былай яуапланы: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр.


Мин Унан: «Әфәндем, миңә нимә эшләргә?» – тип һораным. «Тор ҙа Дамаскыға бар, унда һиңә билдәләп ҡуйылған барлыҡ эштәр тураһында әйтерҙәр», – тине миңә Раббы.


Һеҙ тормошто Булдырыусыны үлтерҙегеҙ, әммә Алла Уны терелтте. Беҙ – бының шаһиттары.


Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә кәрәклеге һиңә унда әйтелер.


Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләү өсөн һайлап ҡуйылған һәм Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған ҡоло Павелдан сәләм.


Әгәр Ғайсаны Раббы тип таныһаң һәм Алланың Уны үленән терелтеүенә ихлас ышанһаң, ҡотоласаҡһың.


Мәсих үлеләр һәм тереләр өҫтөнән Хужа булып хакимлыҡ итеү өсөн үлде һәм терелде.


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған Павелдан һәм имандашыбыҙ Софсендан


Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе Павелдан һәм имандашыбыҙ Тимофейҙан Коринфтағы имандаштар берҙәмлектәренә, шулай уҡ тотош Ахаия өлкәһендәге барлыҡ изгеләргә сәләм.


Әсәм ҡарынынан уҡ мине һайлап алған Алла, Үҙенең мәрхәмәте менән, Улын миндә асып, йәһүд булмаған халыҡтар араһында Уның тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләү өсөн билдәләгән. Тик мин бер кем менән дә кәңәшләшмәйенсә


һәм Иерусалимға, миңә тиклем үк илсе булғандар янына бармайынса, Ғәрәбстанға киттем, унан тағы Дамаск ҡалаһына ҡайттым.


Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,


Алла тарафынан беҙгә вәғәҙә ителгән Ғайса Мәсих менән берҙәм тормош тураһындағы хәбәрҙе еткереү өсөн Алла ихтыяры менән ебәрелгән илсе Павелдан


Үҙ ваҡыты еткәс, Ҡотҡарыусыбыҙ Алла бойороғо буйынса миңә ышанып тапшырылған вәғәз аша Алла Үҙенең хәбәрен иғлан итте.


Мәңгелек килешеүҙе раҫлаусы ҡан арҡаһында Раббыбыҙ Ғайсаны, һарыҡтарҙың бөйөк Көтөүсеһен, именлек Аллаһы үленән терелтте.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға дан биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ Аллала булыр.


һәм Теремен. Үлгәйнем, әле бына мәңгенән-мәңгегә йәшәйем. Үлем һәм үлеләр донъяһы асҡыстары Минең ҡулымда.


Смирналағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Тәүгеһе һәм Һуңғыһы, Үлгән һәм терелеп Торған былай ти:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ