Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Филиптарға 4:6 - Инжил

6 Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә Алла алдында үтенестәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Филиптарға 4:6
45 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге бирелер.


Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу уны баҫып ала һәм ул уңыш бирмәй.


Шуға күрә, иртәгәһе көн хаҡында борсолмағыҙ. Иртәгә буласаҡ көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр. Һәр көндөң үҙ мәшәҡәттәре етерлек.


Улар һымаҡ булмағыҙ. Һеҙ һорағанға тиклем үк Атағыҙ һеҙҙең нимәгә мохтаж икәнлегегеҙҙе белә.


– Эй Марфа, Марфа! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тигән уға Раббы, –


Шунан һуң Ғайса шәкерттәренә былай тигән: – Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ.


Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ тип ҡайғырмағыҙ. Бының өсөн хафаланмағыҙ.


Ғайса Үҙенең шәкерттәренә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеге тураһында ошондай ҡисса һөйләгән:


Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң? Оҙаҡҡа һуҙырмы ни?


Ҡол итеп саҡырылһаң, борсолма. Ә инде ирекле булыу мөмкинлеге килеп сыҡһа, ул мөмкинлектән файҙаланыу яҡшыраҡ.


Ә мин һеҙҙең артыҡ мәшәҡәттәрһеҙ йәшәүегеҙҙе теләйем. Өйләнмәгән әҙәм, Раббыға ярарға тырышып, Уның эштәре хаҡында хәстәрлек күрә.


тик ҡылған доғаларығыҙ менән һеҙ ҙә беҙгә ярҙам итеп тороғоҙ. Шул саҡта күптәрҙең доғаларына яуап итеп бирелгән мәрхәмәт бүләге хаҡына күптәр беҙҙең өсөн Аллаға рәхмәт уҡыр.


бөтөн нәмә өсөн дә һәр ваҡыт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме аша Атабыҙ Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.


Һәр төрлө доға һәм үтенес менән изге Рухтың көсө аша һәр ваҡыт Аллаға мөрәжәғәт итегеҙ. Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн даими рәүештә, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.


Йөрәктәрегеҙҙә Мәсих именлеге хакимлыҡ итһен. Һеҙ, бер тәндең ағзалары булып, тап ошо именлеккә саҡырылдығыҙ ҙа инде. Рәхмәтле булығыҙ!


Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, һөйләһәгеҙ ҙә – бөтөнөһөн дә Раббы Ғайса исеменә таянып, Уның аша Атабыҙ Аллаға шөкөр итеп эшләгеҙ.


Уяу булығыҙ, шөкөр итеп доға ҡылып тороғоҙ.


Иң элек шуны үтенеп һорайым: барлыҡ кешеләр, шулай уҡ батшалар һәм етәкселәр өсөн дә Алла алдында доға ҡылығыҙ, һорағыҙ, ялбарығыҙ һәм рәхмәт белдерегеҙ. Беҙҙең һәр яҡлап Аллаға ихтирамлы һәм кешеләргә тейешенсә мөнәсәбәттә булып, имен һәм тыныс ғүмер итеүебеҙ өсөн шулай итегеҙ.


Яңғыҙ ҡалған ысын тол ҡатын Аллаға ғына өмөт бағлай һәм көнө-төнө Аллаға ялбарып доға ҡыла.


Донъяның ахыры яҡын. Шуға күрә доға ҡыла алыу өсөн тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.


Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ