4 Раббыла һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм, ҡыуаныс табығыҙ!
4 Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ!
Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр.
Төн уртаһындараҡ Павел менән Сила доға ҡылды, Алланы данлап мәҙхиәләр йырланы, ә тотҡондар уларҙы тыңлап ултырҙы.
Илселәр иһә, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр.
Үҙегеҙҙә булған өмөткә ҡыуанығыҙ, ҡайғыларҙа ныҡ булығыҙ, арымай-талмай доға ҡылығыҙ.
көйөндөрәләр, шулай ҙа һәр ваҡыт һөйөнәбеҙ; ярлыбыҙ, шулай ҙа күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, шулай ҙа бөтөн нәмәгә лә эйәбеҙ.
Хатта беҙ ҙә йәки күктәге берәй фәрештә лә беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәрҙән башҡа икенсе берәй Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итә башлаһа, ләғнәт төшһөн.
Һеҙ ҙә шулай уҡ ҡыуанығыҙ һәм ҡыуанысымды уртаҡлашығыҙ.
Имандаштарым, инде шуны әйтәм, Раббыныҡы булғанығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ. Бер үк нәмәләр тураһында яҙыу миңә мәшәҡәт тыуҙырмай, ә һеҙҙе был күп бәләләрҙән һаҡлар.
Киреһенсә, Мәсихтең ғазаптарында ҡатнашыуығыҙ өсөн ҡыуанығыҙ һәм Уның бөйөклөгө асылғанда шатлығығыҙҙың сиге булмаҫ.