22 Һеҙҙе бөтөн имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй.
22 Һеҙҙе бөтә имандаштар, бигерәк тә ҡайсар һарайында хеҙмәт итеүселәр сәләмләй.
Дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, иҫ китерлек ни эш ҡылаһығыҙ? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни?
Бигерәк тә уның «Мине ҡабат күрмәҫһегеҙ инде» тигән һүҙҙәренә ҡайғырҙылар. Бынан һуң уны карапҡаса оҙата барҙылар.
– Раббым! Мин ул кешенең Иерусалимда Һинең изгеләреңә ҡаршы ни тиклем яуызлыҡтар эшләүе тураһында күптәрҙән ишеттем.
Бер-берегеҙҙе изге үбеү менән сәләмләгеҙ. Мәсихтең бөтөн берҙәмлектәре һеҙгә сәләм тапшыра.
Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте, Алланың мөхәббәте һәм Изге Рухта аралашыу һеҙҙең бөтөнөгөҙ менән булһын.
Һөҙөмтәлә Мәсих хаҡына тотҡонда булыуым ҡайсар һаҡсыларына ла, башҡаларға ла мәғлүм булды.
Бөтөн етәкселәрегеҙгә һәм Алланың барлыҡ изге халҡына сәләм. Италиялағы имандаштарыбыҙ һеҙҙе сәләмләй.
Вавилондағы һеҙҙең кеүек үк һайлап алынған имандаштар берҙәмлеге һәм шулай уҡ улым Марк һеҙгә сәләм ебәрә.
Тиҙҙән һинең менән күрешергә өмөтләнәм, шунда күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшербеҙ.